Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән онлайн форматта үткәрелгән сираттағы брифингта һуңғы яңылыҡтар билдәле булды.
Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова әйтеүенсә, һуңғы тәүлектә республикала коронавирус менән сирләгән тағы ла бер кеше асыҡланған, шулай итеп уларҙың дөйөм һаны һигеҙгә етте. Коронавирус менән сирләй тигән шик аҫтында дауаханаларҙа 107 кеше ҡала, шул иҫәптән 14 бала. Шул уҡ ваҡытта кисә тәүге сирленең һауығып, дауахананан сығыуы, уның да, ҡалғандарҙың да үҙҙәрен яҡшы тойолоуы мәғлүм.
Республиканың Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак белдереүенсә, Башҡортостанда 5635 кеше тикшерелгән. Рәсәйҙә әлеге ваҡытта коронавирус менән 2337 кеше сирләй, 121 кеше һауыҡҡан. Донъяла коронавирус йоҡторған кешеләрҙең һаны 174 илдә 857 422 кешегә еткән.
Әлеге мәлдә республика халҡы тулыһынса үҙизоляция режимына күсте. Вирус пандемияһы тормошобоҙға үҙгәрештәр индерҙе. Шул иҫәптән поликлиникаларҙа ла. Шулай итеп, 1, 2, 3 апрелдә поликлиника эшмәкәрлегенә үҙгәрештәр индерелә һәм улар иртәнге 8-ҙән киске 19 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Был йәмәғәт транспорты теҙмәһендәге үҙгәрештәргә һәм 20.00 сәғәттән һуң хәрәкәттәрҙе сикләүгә бәйле.