Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Апрель 2020, 21:30

Уҡырға инеү ваҡыты үҙгәрә

Рәсәй мәғариф һәм фән министры Валерий Фальков белдереүенсә, вуздарға кереү ваҡыты коронавирус инфекцияһына бәйле хәл арҡаһында күсереләсәк.

Рәсәй мәғариф һәм фән министры Валерий Фальков белдереүенсә, вуздарға кереү ваҡыты коронавирус инфекцияһына бәйле хәл арҡаһында күсереләсәк.
Министр һүҙҙәренсә, кереү имтихандарын тапшырыу, Берҙәм дәүләт имтиханы (БДИ) тапшырыу ваҡыты күсерелеү сәбәпле, ике-дүрт аҙнаға кисектерелеүе мөмкин. Шул уҡ ваҡытта, юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары, хатта ауыр иҡтисади көрсөк шарттарында ла булдырыласаҡ. Бөгөнгө көндә улар 34 мең урынға артҡан.
“Беҙҙә мәктәпте тамамлаусылар һаны арта башлай. Шуға күрә беҙ бюджет урындарын арттырып ҡына калмайынса, структура буйынса ла үҙгәртәбеҙ. гуманитар әҙерлек йүнәлештәре, педагогтар һәм медиктар күберәк буласаҡ”, - тине министр.
2021-2022 уҡыу йылында бюджет урындары тағы ла 10 процентҡа арттырыласаҡ.
Фото:news.myseldon.com
Читайте нас: