Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Апрель 2020, 15:30

2 апрель - Бөтөн донъя аутизм тураһында мәғлүмәт таратыу көнө

Берләшкән дәүләттәр ойошмаһы генераль Ассамблеяһының 2007 йылдың 18 декабрендәге резолюцияһына ярашлы, 2 апрель көнө Бөтөн донъя Аутизм проблемаһы тураһында мәғлүмәт таратыу көнө булараҡ билдәләнә.

Берләшкән дәүләттәр ойошмаһы генераль Ассамблеяһының 2007 йылдың 18 декабрендәге резолюцияһына ярашлы, 2 апрель көнө Бөтөн донъя Аутизм проблемаһы тураһында мәғлүмәт таратыу көнө булараҡ билдәләнә.
Аутизм менән күбеһенсә балалар яфа сигә. Был сир өсөн, тәү сиратта, социаль мөнәсәбәттәрҙә уникаллек, көндәлек аралашыуҙа ҡыйынлыҡтар һәм һиҙеү ағзаларынан алған мәғлүмәтте үҙенсәлекле эшкәртеү кеүек билдәләр хас.
Бөтөн донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы билдәләүенсә, 160 баланың 1-һе аутистик спектрҙа ниндәйҙер тайпылыштарға дусар. АҠШ һаулыҡ һаҡлау өлкәһе белгестәре фекеренсә иһә аутизм 59 баланың 1-һендә осрап тора.
Фото: Twitter.com
Читайте нас: