Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Апрель 2020, 04:00

Конституция хайуандарҙы нисек яҡлар?

Былтыр, 10 июлдә Дәүләт Думаһында үҫмерҙәрҙе хайуандар менән рәхимһеҙ ҡыланған өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырырға мөмкин булған йәште 16-нан 14-кә түбәнәйтергә тәҡдим иткәндәр ине.

Былтыр, 10 июлдә Дәүләт Думаһында үҫмерҙәрҙе хайуандар менән рәхимһеҙ ҡыланған өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырырға мөмкин булған йәште 16-нан 14-кә түбәнәйтергә тәҡдим иткәндәр ине.
28 ноябрҙә Хөкүмәт приюттарҙа хайуандарҙы тотоу ҡағиҙәләрен раҫланы. 4 декабрҙә хайуандар менән эш итеү өлкәһендә дәүләт күзәтеүенең яңы тәртибе тураһындаҡы ҡарар раҫланды. Норматив-хоҡуҡи акт 2020 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инде.
Рәсәй Президенты Владимир Путин тәбиғәтте һаҡлау системаһы бөтә донъяла, айырыуса Рәсәйҙә төп тема булып тора тине. Ул шулай уҡ хайуандарға яуаплы мөнәсәбәтте беркетеү һәм илдең тәбиғи ресурстарын һаҡлау идеяһын да хуплады.
“Быны Конституцияға ничек керетеү тураһында уйларға кирәк”, - тине ул. Был идеяны уға спортсы-паралимпиясы Сергей Бурлаков тәҡдим итте. Конституцияла әлеге ваҡытта тәбиғәтте һәм экологияне һаҡлау мәсьәләһе беркетелгән. Яңы формулировканы етди ҡарарға кәрәк, тиҙәр белгестәр ҙә.
#ВладимирПутин
Читайте нас: