Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Апрель 2020, 22:40

Коронавирусҡа шик бар

Бөгөн төндә “Өфө-Сибай” поезында Белоретҡа ҡайтып барған, вахта ысулы менән эшләгән егеттең температураһы күтәрелеп, хәленең насарлығына зарлана. 26 йәшлек егеткә “Инйәр” станцияһында “Тиҙ ярҙам” бригадаһы медицина ярҙамы күрһәткән.

Әлегә уға киҫкен респиратор вируслы инфекция диагнозы ҡуйылған. Коронавируслы инфекцияға шик бар. Пассажирҙың әйтеүенсә, ул сит илдәргә сыҡмаған, әммә коронавирус менән ауырыған кеше менән бәйләнештә булған.
Егет менән бер вагонда 22 кеше (алдағы станцияларҙа төшөп ҡалыусылар менән бергә 48 пассажир) булған. Дөйөм пассажирҙар һаны - 116 кеше, шул иҫәптән 2 бала.
Егетте дауаханаға һалғандар. Эпидемияға ҡаршы саралар күрелһен өсөн был турала Белорет үҙәк район клиник дауаханаһына һәм Көньяҡ-Урал тимер юлының һаулыҡ аҡлау дирекцияһына хәбәр ителгән. Егет менән бәйләнешкә ингән кешеләрҙең исемлеге асыҡлана. Тимер юлы, вокзал хеҙмәткәрҙәрен эштән ситләтеп тороуҙары ла ихтимал.
Фото: train-photo.ru
Читайте нас: