Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Апрель 2020, 21:30

Никахтар дауам итә, тик...

Башҡортостан ЗАГС-тарында был йома һәм шәмбе көндәрендә парлылар теркәләсәк. Тик тантанаға кәләш менән кейәү генә килергә тейеш. Тантана залына ата-әсәләр, туғандар, фотограф-операторҙар индерелмәйәсәк.

Дәүләт теркәүен күсереүселәр өсөн 1 июндән алып даталар тәҡдим ителә. Ә инде теркәүҙе һуңғараҡ ваҡытҡа күсереү мөмкин түгел икән, йәштәргә ЗАГС хеҙмәте ҡуйған талаптар менән килешергә тура киләсәк.
Иртәгә республикала 68 пар теркәләсәк. 38 пар - Өфөлә, 7-әүһе – Салауатта, Ишембай һәм Салауат ҡалаларында 3-өшәр яңы ғаилә барлыҡҡа киләсәк. Шәмбе көнө иһә 69 пар мөнәсәбәттәрен теркәмәксе.
Фото: www.recfilm.ru
Читайте нас: