Рәсәй Почтаһы клиенттарының 6,5 проценты һаманғаса почта бүлексәләренә түләүҙәр артынан үҙҙәре йөрөнө. Апрелдә иһә почтаға килеү ихтыяжы тыумаясаҡ, сөнки почтальондар пенсия һәм матди ярҙамды тәғәйен көндә үҙҙәре килтерәсәк. Бәйләнеш үҙәгенең түләүһеҙ номеры – 8-800-1000-000 аша төбәктә йәшәүселәр почта бүлексәһе ассортиментындағы кәрәкле тауарҙы алдыртыу йә коммуналь түләүҙәр, гәзит-журналдарға яҙылыу йәһәтенән заявка ҡалдыра ала. Почта хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре менән почта-касса терминалын алып йөрөтәсәк. Шулай уҡ компанияның сайты һәм мобиль ҡушымтаһы аша посылка, ваҡ төргәктәрҙе алдыртырға, курьер арҡылы дәүләт органдары менән электрон форматта юридик әһәмиәтле хатлашыу алып барырға мөмкин. Посылкаларҙы онлайн рәсмиләштереү, түләү почта бүлексәһендә булыу ваҡытын ҡыҫҡартасаҡ.
Роспотребнадзор кәңәше буйынса, бүлексә эсендәге клиенттар һаны ла кәметеләсәк. Сират көткән мәлдә кешеләр араһында 1,5-2 метр аралыҡ һаҡланырға тейеш. 2 һәм 3 апрелдә почта бүлексәләре ғәҙәттәге режимда эшләй.