Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Апрель 2020, 22:55

Яҙғы саҡырыу башланды

Рәсәй Президентының 2020 йылдың 30 мартындағы Указына ярашлы, хәрби хеҙмәткә саҡырыу 1 апрелдән 15 июлгә тиклем үтәсәк.

Рәсәй Президентының 2020 йылдың 30 мартындағы Указына ярашлы, хәрби хеҙмәткә саҡырыу 1 апрелдән 15 июлгә тиклем үтәсәк.
Башҡортостан Хәрби комиссариаты мәғлүмәттәре буйынса, быйылғы яҙғы саҡырыу, вирус инфекцияһын иҫкәртеүгә бәйле, ҡайһы бер үҙенсәлектәр иҫәпкә алынып атҡарыласаҡ.
“Республиканың хәрби комиссариаттарында, йыйылыу пункттарында, хеҙмәт итеү урындарына юлланғанда, хәрби частарҙа хәүефле инфекцияны булдырмау контролдә тотоласаҡ һәм иҫкәртеү саралары башҡарыласаҡ. Пункттарға килеүселәрҙең тән температураһы үлсәнәсәк”, - тине төбәк хәрби комиссары Игорь Харченко.
Бынан тыш, биналар дезинфекцияланасаҡ, буласаҡ һалдаттарға шәхси гигиена кәрәк-яраҡтары һалынған контейнер, битлектәр таратыласаҡ. Хәрби частарға килгән егеттәр өсөн карантин саралары ҡаралған. Уларҙың хәле даими күҙәтеү аҫтында буласаҡ. 2020 йылдың яҙында Башҡортостандан 5 мең кеше армия хеҙмәтенә алына. Беренсе булып саҡырылғандарҙы хәрби хеҙмәткә оҙатыу 20 майға билдәләнгән.
Фото: scoopnest.com
Читайте нас: