Юстиция министрлығы коронавирус пандемияһы арҡаһында никахтарҙы һәм айырылышыуҙарҙы ваҡытлыса теркәмәҫкә тәҡдим итте.
Бындай тәҡдим ведомство тарафынан Рәсәй субъекттары етәкселәренә ебәрелде. Элегерәк билдәләнгән никахты дәүләт теркәүенә алыу даталарын һуңғараҡ ваҡытка күсерергә (2020 йылдыъ 1 июненән һуң).
Әгәр датаны үҙгәртеп булмай икән, ведомство никахтарҙы ҡунаҡтарһыҙ теркәргә тәҡдим итә. “Датаны үҙгәртеү мөмкин булмаған айырым осраҡларҙа дәүләт теркәүен никахҡа кергән заттар ҡатнашлығында ғына үткәрергә кәрәк", - тиелгән ведомство сайтында.