Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Апрель 2020, 14:30

Башҡортостандың күп функциялы үҙәктәре алдан яҙылыу буйынса эшләй

Башҡортостанда күп функциялы үҙәк офистары 6 апрелдән 30-ына тиклем алдан яҙылыу буйынса эшләй. Дүшәмбе-йома көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан 6-ға хәтлем документтар тапшырырға һәм алырға мөмкин.

Башҡортостанда күп функциялы үҙәк офистары 6 апрелдән 30-ына тиклем алдан яҙылыу буйынса эшләй. Дүшәмбе-йома көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан 6-ға хәтлем документтар тапшырырға һәм алырға мөмкин.
Күсмә офистар 30 апрелгә тиклем эшләмәй. Сауҙа үҙәктәре биләмәһендәге күп функциялы үҙәктәрҙең эш графигы әлегә раҫланмаған.
Бәйләнеш үҙәгенең +7 (347) 246-55-33; +7 (927) 3333 100 телефондары; күп функциялы үҙәктең рәсми сайтында шәхси кабинет аша; дәүләт хеҙмәттәре порталында яҙылырға була. Ошо телефондар буйынса учреждение хеҙмәткәрҙәренән консультация алырға, эш графигын йәки ниндәй документтар кәрәклеген дә белешергә мөмкин.
Сығанаҡ: Башинформ.
Фото: Башинформ
Читайте нас: