Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Апрель 2020, 15:20

Республикала коронавирус йоҡторған дүртенсе сирле дауахананан һауығып сыҡҡан

Башҡортостанда коронавирус йоҡторған дүртенсе сирле дауахананан һауығып сыҡҡан, тип хәбәр итте бөгөн республика башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә.

Башҡортостанда коронавирус йоҡторған дүртенсе сирле дауахананан һауығып сыҡҡан, тип хәбәр итте бөгөн республика башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә.
Хәҙерге ваҡытта республикала 10 кешелә коронавирус инфекцияһы раҫланған, 89 кеше ошо сиргә шик менән дауаханаға һалынған.
«Әле бик күп тест раҫлауҙы көтә. Беҙ яҡшы хәбәрҙәр көтәбеҙ», — тип билдәләне республика етәксеһе.
Роспотребнадзорҙың республика идаралығы етәксеһе Александр Жеребцов һүҙҙәренсә, Башҡортостан әлеге ваҡытта эпидемиологик процестың өсөнсө фазаһында.
Шулай уҡ Радий Хәбиров республикала изоляция тәртибе аҙна аҙағына тиклем дауам итеүен иғлан итте һәм халыҡҡа яуаплы булыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: UfUfatoday.ru
Читайте нас: