Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Апрель 2020, 17:30

Бер пациенттың үлеме теркәлде

“Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында йәкшәмбе көн оло йәштәге ҡатын вафат булды. Ул ике айҙан ашыу ишемия инсульты һәм шәкәр диабетынан дауалана.

“Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында йәкшәмбе көн оло йәштәге ҡатын вафат булды. Ул ике айҙан ашыу ишемия инсульты һәм шәкәр диабетынан дауалана.
Пациенттың хәле ауыр була, 80 йәшлек оло кеше төрлө хроник ауырыуҙар, шул иҫәптән пневмония менән сирләгән. Баш мейеһенең шешеүе арҡаһында вафат була. Яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашам”, – тине социаль селтәрендәге диуарында республика Башлығы Радий Хәбиров.
Пациенттан коронавирусҡа ла анализ алына, был - пневмония осраҡтарында эшләнергә тейешле процедура, ти ул. Мәғлүм булыуынса, алдағы анализ быны асыҡ күрһәтмәһә лә, бөгөн уның “COVID-19” вирусын йөрөтөүе раҫланған.
“Коронавирус уның үлеменә сәбәпсе булмаған, әммә бындай осраҡта яуаплы хеҙмәттәр бөтә хәүефһеҙлек сараларын да күрергә тейеш, быны аңлап ҡабул итеүегеҙҙе һорайбыҙ. Ауырыу менән бәйләнешкә ингәндәрҙең бөтәһе лә Республика клиник дауаханаһында карантинда ҡалырға тейеш. Был - тирә яҡтағыларҙың, ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау өсөн ҡануниәт талап иткән тәртип”, – тип мөрәжәғәт итә республика етәксеһе.
Билдәле булыуынса, Төркиәнән килгән тағы ла бер ҡатындың COVID-19 вирусын йөрөтөүе асыҡланған, уның хәле ауыр түгел. Бөгөн коронавирус менән сирләгән бер кеше һауығып сыҡҡан.
"Яҡын арала COVID-19 вирусына үткәргән тестар һаны ҡырҡа артасаҡ, әлбиттә, был сирләүселәр һанының артыуын да күрһәтәсәк. Беҙҙең маҡсат – өйҙә ҡалыу режимын һаҡлау һәм һаулыҡ һаҡлау системаһын көсөргәнешле эшмәкәрлек ихтималлығына әҙерләү", – ти Радий Хәбиров.
Фото: bashklip.ru
Читайте нас: