Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Апрель 2020, 19:00

Фольклориада күсерелде

Бөтә донъя фольклориадаһын ойоштороусылар унда ҡатнашҡан илдәрҙең милли секцияларына мөрәжәғәт ебәрҙе.

Бөтә донъя фольклориадаһын ойоштороусылар унда ҡатнашҡан илдәрҙең милли секцияларына мөрәжәғәт ебәрҙе.
Уға фольклор фестивалдәрен һәм йола сәнғәттәрен ойоштороусы Халыҡ-ара совет президенты (CIOFF) Филипп Боссан, CIOFF-тың мәҙәниәт эштәре буйынса вице-президенты, CIOFF Бөтә донъя фольклориаданы әҙерләү һәм үткәреү комитеты рәйесе Алехандро Камачо Гонсалес һәм CIOFF-тың Рәсәй милли секцияһы президенты Тамара Пуртова ҡул ҡуйған.
“Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһы беҙҙең CIOFF-тың иң мөһим сараһын әҙерләү буйынса бик ҙур эш башҡарҙы. Бер генә нәмә ҡалды – уны үткәрергә. Саҡ ҡына һуңғараҡ Фольклориаданы 2021 йылда үткәреүҙең яңы даталары билдәләнәсәк”, - тиелә хатта.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән аралашҡан саҡта уҡ Фольклориаданың икенсе йылға күсерелеүе тураһында белдергәйне.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас: