Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының биш хеҙмәткәре һәм ике пациент йоғошло сирҙәр дауаханаһына оҙатылған. Әлегә дауахананан тыш пневмония диагнозы ҡуйылған. Уларҙан коронавирусҡа анализ алғандар. Һөҙөмтәләр әҙер түгел.«Пациенттарҙың хәле ҡәнәғәтләнерлек», — тип билдәләнеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.Башҡа медперсонал карантин ваҡытында штат режимында эшләй. Бөтә бүлексәләрҙә лә дезинфекция үткәргәндәр. Республика клиник дауаханаһы әлегә яңы пациенттар ҡабул итмәй.