Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Апрель 2020, 01:40

90 минут менән сикләнгән

Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә төбәк Башлығы Радий Хәбиров, баҡсаларға барыу мәсьәләһенә асыҡлыҡ индерҙе.

Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә төбәк Башлығы Радий Хәбиров, баҡсаларға барыу мәсьәләһенә асыҡлыҡ индерҙе.
“Алда баҡса осоро, халыҡҡа аҙыҡ-түлек запасын туплау өсөн мөһим мәл. Яҙғы эштәр ваҡытында хәрәкәт итеү мөмкинлеге биреләсәк. Тик, халыҡҡа 10 апрель киченә кадәр сабыр итегез, дип мөрәҗәгать итәбез. Сез тыныч кына баҡсаларга барып, яҙғы эштәр башҡара алһын өсөн юридик механизмдар әҙерләнә. Баҡсаларҙа әлегә эштәр юҡ, көндәр ҙә һалҡын. Был аҙна аҙағында йылытасаҡ һәм беҙ халыҡҡа баҡсаларға барыу мөмкинлеге бирәсәкбез. Был шулай уҡ үҙизоляция ысулы ла. Үҙебеҙгә алдағы көнгә аҙыҡ-түлек запасын формалаштырыу ҙа бик мөһим», - тине Радий Фәрит улы.
Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин аңлатып үткәненсә, бары тик бер баксаға ғына йөрөргә мөмкин буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта, юлға сығыр алдынан «юл 02» порталында махсус форма тултырырға кәрәк буласаҡ. Ул 7 апрелдән һынау режимында эшләй башланы.
“10 апрелдә, 16.00 сәғәттән, беҙ граждандарга баксаға барыу өсөн порталда теркәлергә мөмкинлек бирәбеҙ. Бер аҙнала башта бер баксаға, һуңынан икенсеһенә теркәлергә ярамай. Шулай уҡ автомобилдә аҙыҡ-түлек һатып алыу урынына, ярҙамға мохтаж туғандарға барыу мөмкинлеге лә ҡаралған. Кәрәк урынға барыу ваҡыты 90 минут менән сикләнгән. Шул уҡ ваҡытта маршрут күҙәтеләсәк", - тине Александр Сидякин.
Фото: gazeta-losinka.ru
Читайте нас: