-7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Апрель 2020, 15:50

Путин 3 йәшкә тиклемге балаларға 5-әр мең һум өҫтәп түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Рәсәй президенты Владимир Путин халыҡҡа телемөрәжәғәтендә әйткән балалы ғаиләләргә өҫтәмә социаль ярҙам саралары тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Рәсәй президенты Владимир Путин халыҡҡа телемөрәжәғәтендә әйткән балалы ғаиләләргә өҫтәмә социаль ярҙам саралары тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Документ Кремль сайтында баҫылған. Указдың тексына ярашлы, апрель-июндә өс йәшкәсә балаһы булған ғаиләләргә ай һайын бишәр мең һум түләнә (һәр балаға). Сығымдарҙы хөкүмәт финанслай. Шулай уҡ Министрҙар кабинеты түләүҙәр тәртибен һәм шарттарын билдәләй.
Аҡса алыу өсөн 2020 йылдың 1 октябренә тиклем мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Сығанаҡ: Башинформ. Фото: gk-kp.ru