Сибай ҡалаһында яңы коронавирус инфекцияһы йоҡтороуҙың беренсе осрағы теркәлгән. Был хаҡта ҡала мэры Рөстәм Афзалов хәбәр итте. Башҡортостанда бөтәһе 16 кешелә Covid-19 раҫланған.
«Сирле изоляцияла. Уның хәле ҡәнәғәтләнерлек тип баһалана», — тип билдәләне Сибай хакимиәте башлығы.
Рөстәм Афзалов һүҙҙәренсә, Сибай кешеһенең яңы коронавирус йоҡтороу осрағы Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районындағы хәл менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ. Ауырыуҙың ғаилә ағзалары ла карантинда. Табиптар уларҙың хәлен күҙәтә.
«Беҙ был осраҡты көткәйнек, — тип билдәләне ҡала мэры. — Хәҙерге көндә 76 кеше табиптар күҙәтеүендә».
Сибай властары сирлеләр һанының артыуын көтә, шуға урындағы халыҡтан Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың юғары әҙерлек тураһында режимын үтәүҙәрен һәм сәбәпһеҙ өйҙә сыҡмауҙарын һораны.