Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Апрель 2020, 08:10

Ил етәксеһе йәнә халыҡҡа мөрәжәғәт итте

Бөгөн ил Президенты Владимир Путин Рәсәй Хөкүмәте һәм губернаторҙар менән коронавирусҡа бәйле хәлгә арнап онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Уның алдынан йәнә халыҡҡа мөрәжәғәт итте һәм эпидемия шарттарында яңы бер нисә сара тәҡдим итте.

Бөгөн ил Президенты Владимир Путин Рәсәй Хөкүмәте һәм губернаторҙар менән коронавирусҡа бәйле хәлгә арнап онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Уның алдынан йәнә халыҡҡа мөрәжәғәт итте һәм эпидемия шарттарында яңы бер нисә сара тәҡдим итте.
Владимир Путин белдереүенсә, властарҙың төп бурысы - сирҙең таралыуы менән көрәш, халыҡтың һаулығын, ғүмерен, мәшғүллеген, килемдәрен һаҡлау, иҡтисадтың тотороҡлолоғон тәьмин итеү.
Дәүләт башлығы белдереүенсә, әле бөтә төбәктәр ҙә медицина учреждениеларының әҙерлеген юғары кимәлгә күтәрергә, уларҙың ҡеүәтен, мөмкинлектәрен арттырырға тейеш.
Президенттың төп бурыстары:
- Финанс министрлығы төбәктәргә коронавирусҡа ҡаршы саралар бүлгәндә һығылмалылыҡ һәм маневр азатлығы бирергә тейеш;
- медиктарға хәрбиҙәрҙеке кеүек юғары страховка гарантиялары бирелеүе мөһим;
- апрелдән алып коронавирус менән көрәшкән медиктарға махсус түләүҙәр билдәләнә, уның күләме 25 меңдән 80 мең һумғаса;
- Хөкүмәт һәм Үҙәк банк биш көн эсендә бизнесҡа өҫтәмә ярҙам саралары әҙерләргә тейеш. Был мәшғүллекте һәм эш хаҡын һаҡлау өсөн мөһим;
- юғары хәүеф сәбәпле эшмәкәрлеге туҡтатылған ойошмаларҙың аныҡ исемлеге кәрәк, ҡалғандар эшләй ала;
- тәү сиратта мәшғүллекте һаҡлаған компанияларға ярҙам итеү мөһим;
- өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә хәҙер түләүҙәр алыу өсөн былтырғы справкаларҙы биреү кәрәкмәй;
- бөтә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларына ярты йылға страховка түләүҙәре кисектерелә;
- бизнес үҙ компанияларын һаҡлау өсөн бар көсөн һалырға тейеш;
- кредит каникулдары биреү буйынса параметрҙарҙы киңәйтергә;
- эшһеҙ ҡалғандарға власть тура ярҙам итәсәк: уларға өс ай дауамында МРОТ кимәлендә пособие түләнәсәк;
- ата-әсәһе эшен юғалтҡан һәм балалары булған ғаиләләргә һәр балаға өҫтәмә рәүештә ай һайын өсәр мең һум түләнәсәк.
Сығышы һуңында Владимир Путин Рәсәй граждандарына мөрәжәғәт итеп, өйҙә ултырыуҙан һәм финанс проблемаларҙан арыуға ҡарамаҫтан, үҙаллы изоляция режимын һаҡларға саҡырҙы. Табиптар, шәфҡәт туташтары, ирекмәндәр һәм үҙҙәренең туғандары һәм яҡындарына ярҙам иткән миллионлаған кешеләр бөгөн иң юғары гражданлыҡ яуаплылығын күрһәтә, тине Владимир Владимирович.
"Барыһы ла үтә, быныһы ла үтәсәк. Беҙҙең ил күп тапҡыр етди һынауҙар аша үтте, әммә барыһын да еңде. Был коронавирусҡа ла бирешмәҫбеҙ. Бергә булғанда, барыһын да еңәсәкбеҙ", – тине Владимир Путин.
Фото: "Рәсәй24" сайты.
Читайте нас: