Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Апрель 2020, 19:20

“Минең документтарым” офистары алдан яҙылыу буйынса эшләй.

6 апрелдән дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе күрһәтеү буйынса “Минең документтарым” офистары алдан яҙылыу буйынса эшләй башланы.

6 апрелдән дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе күрһәтеү буйынса “Минең документтарым” офистары алдан яҙылыу буйынса эшләй башланы.
Шулай итеп, документтарҙы тапшырырға һәм алырға мөмкин. Контакт-үҙәктең +7 (347) 246-55-33 һәм +7 (927) 33-33-100 телефондарына шылтыратып, күп функциялы үҙәктәрҙең рәсми сайтындағы (mfcrb.ru) шәхси кабинетҡа инеп йәки ошо рәсми сайттың онлайн-консультантына мөрәжәғәт итеп, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының дәүләт порталы (gosuslugi.bashkortostan.ru) аша алдан яҙылырға мөмкин.
Тик 6 апрелдән 30 апрелгә тиклем “Минең документтарым” офистары күрһәткән хеҙмәттәр исемлеге ҡыҫҡартылған.Тулыраҡ "Хеҙмәттәр каталогы"ның "Хеҙмәттәр" бүлегендә таныша алаһығыҙ.
Әйткәндәй, күп функциялы үҙәктәрҙең барлыҡ офистарында ла биналар дезинфекциялана. Ойошма хеҙмәткәрҙәре лә битлектәр һәм бирсәткәләр менән тәьмин ителгән.
Читайте нас: