Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Апрель 2020, 00:25

Йәмәғәт наградаһына ғаризалар ҡабул ителә

Башҡортостанда Ғаилә сәйәсәте концепцияһын тормошҡа ашырыу нигеҙендә “Атай фиҙәкәрлеге” йәмәғәт наградаһы булдырылғайны.

Башҡортостанда Ғаилә сәйәсәте концепцияһын тормошҡа ашырыу нигеҙендә “Атай фиҙәкәрлеге” йәмәғәт наградаһы булдырылғайны.
Награданың маҡсаты – балаларын лайыҡлы тәрбиәләгән, сәләмәт тормош алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаған, республика, муниципаль берәмектең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан абруйлы атайҙарҙы таныу һәм дәртләндереү.
Материалдар 15 апрелгә тиклем Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы Аппаратында электрон йәки ҡағыҙ вариантта ҡабул ителә. Жюри 15 майға тиклем лайыҡлы кандидатураларҙы Йәмәғәт палатаһы Советы тарафынан ҡарауға тәҡдим итәсәк. Һөҙөмтәләр Палатаның сайтында баҫыла.
Награда Рәсәйҙә Атайҙар көнөндә, 24 июндә, тапшырыла.
Бөтә һорауҙар менән Йәмәғәт палатаһы Аппаратының ойоштороу бүлегенә 8 (347) 280-82-36 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Читайте нас: