Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Апрель 2020, 01:10

Балыҡсы батҡан

Инйәр йылғаһында ир кешенең мәйете табыла.

Инйәр йылғаһында ир кешенең мәйете табыла.
5 апрелдә Ғәбдөк ауылында йәшәгән 50 йәшлек ир резина кәмәлә балыҡ ҡармаҡлай, сығыр саҡта яңылыш һыуға төшә. Өҫтө ныҡ һыуланған ир тиҙ генә өйөнә ҡайта, ә әйберҙәре тороп ҡала. Икенсе көнөнә танышының резина кәмәһен алып, һыуҙа ҡалған әйберҙәре артынан китә һәм ғәйеп була...
6 апрель сығып киткән балыҡсы ҡайтмағас, туғандары хәүефләнеп, эҙләү ойоштора. Уҙаллы эҙләү һөҙөмтә бирмәгәс, 7 апрелдә юғалыусының туғандары ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт итә. 8 апрелдә иһә эҙләү-ҡотҡарыу эштәренә 11 кешенән торған бер төркөм ауылдаштары ҡушыла. Иртәнге 9-ҙар тирәһендә сығып киткән ғәбдөктәр балыҡсыны, ауылдан 9 саҡрымдай аҫтараҡ, йылғала таба. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кәүҙәһен генә.
Ауылдаштар был турала телефон аша хәбәр итә. Фажиғә урынына юл булмау сәбәпле, мәрхүмде килтереүҙә лә ҡыйынлыҡтар тыуа. Ғәбдөктәрҙең берҙәм, кеше ҡайғыһына битараф булмауҙары арҡаһында ғына, эҙләү-ҡотҡарыу отряды килеп еткәнсе, мәрхүмде гусеницалы тракторҙа алып ҡайтыуҙы ойошторалар.
Туғандарына сабырлыҡ, ғәбдөктәргә артабан да шулай берҙәмлек теләйбеҙ.
Фото: БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.
Читайте нас: