Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Апрель 2020, 13:05

13 апрелдән сикләү бөтөрөлә

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров 13 апрелдән республика биләмәһендә алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыу буйынса 1 апрелдән ғәмәлдә булға өҫтәмә сикләүҙәрҙе бөтөрөү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров 13 апрелдән республика биләмәһендә алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыу буйынса 1 апрелдән ғәмәлдә булға өҫтәмә сикләүҙәрҙе бөтөрөү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.
Алкоголде ваҡлап һатыу, шул иҫәптән йәмәғәт туҡланыуы урындарында хеҙмәттәр күрһәтеү “Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголь һәм составында спирт булған продукция етештереү һәм һатыу өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү һәм алкоголь продукцияһы ҡулланыуҙы (эсеүҙе) сикләү тураһында”ғы республика законына ярашлы ойоштороласаҡ.
Фото:youtube.com
Читайте нас: