Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Апрель 2020, 22:25

Асыҡлыҡ индерҙе

Бөгөн брифингта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһындағы хәлгә һәм башҡа мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерҙе.

Бөгөн брифингта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһындағы хәлгә һәм башҡа мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерҙе.
Белеүебеҙсә, Республика клиник дауаханаһы тулыһынса карантинға ябылды. Карантин кәмендә ике аҙна дауам итәсәк. 1200 самаһы кеше бинала ҡалды. Ошоға бәйле мәғлүмәт сараларында, Интернет селтәрҙәрендә төрлө хәбәрҙәр, шул иҫәптән халыҡтың күңеленә шом һалғандары ла таралды.
Шулар араһында, дауахананың баш табибы Эльза Сыртланованы вазифаһынан бушатҡандар, тигәне лә булды. Министр хәбәрҙе инҡар итте, ярҙамға Белорет ҡалаһы дауаханаһының баш табибы Евгений Кустовтың күсерелгәнен әйтте. Ул баш табип урынбаҫары.
- Евгений Владимирович – тәжрибәле белгес, хәрби һәм ғәҙәттән тыш шарттарҙа эшләү тәжрибәһе бар, уның ярҙамы урынлы булыр тип ышанабыҙ, - тине Максим Забелин.
Әйткәндәй, бөгөн республикала коронавирус рәсми раҫланған анализ һөҙөмтәләренең һигеҙе – тап республика дауаханаһына бәйле кешеләрҙә. Шулай итеп, төбәктә ошондай биш сир "усағы" билдәле. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй дауаханаларында, Нефтекама психоневрологик учреждениела санитар нормаларға ярашлы саралар күрелә.
Шулай уҡ республикала коронавирустан вафат булған тәүге кеше асыҡланыуы ла мәғлүм.
Әлбиттә, әлеге ваҡытта Республика клиник дауаханаһы табиптары һәм пациенттары иң ҡатмарлы хәлдә ҡала, сөнки коронавирусҡа ҡаршы көрәште көтмәгәндә башланылар, шуға бер аҙ албырғап ҡалдылар, тине министр. Әммә улар яңғыҙ түгел, персонал тейешле ҡорамалдар, костюмдар, битлектәр һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителгән.
Бынан тыш, Максим Забелин социаль селтәрҙәге фейк хәбәрҙәргә ышанмаҫҡа, фәҡәт рәсми сығанаҡтарға таянырға саҡырҙы.
Читайте нас: