Яңы йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы Зубово янында төҙөлә.
Быға тиклем эштәрҙе 25 июнгә тиклем тамамлау бурысы тора ине. Вирустың тиҙ таралыуын иҫәпкә алып, уны файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты бер айға иртәрәк ҡуйылды.
Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров белдерҙе. Яңы йоғошло ауырыуҙар үҙәге иң күбендә 470 пациентты ҡабул итә аласаҡ.