Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән сираттағы онлайн-брифингта һуңғы яңылыҡтар билдәле булды.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, 11 апрелдең 13.00 сәғәтенә тиклемге мәғлүмәттәр буйынса, республикала коронавирус инфекцияһы менән сирләгән 66 кеше теркәлгән, 231 кеше ошо вирусты йоҡтороу шиге менән дауаханала ята, шул иҫәптән 11 бала.
Һауығып сыҡҡандар һаны – 7.
Республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак белдереүенсә, төбәктә әлеге ваҡытҡа коронавирус инфекцияһына 16 992 тикшереү үткәрелгән, шул иҫәптән киҫкен респиратор инфекцияһы билдәләре менән 1269 кешегә, сәләмәт 1920 гражданға тикшереү үткәрелгән. Пневмония билдәһе табылғандарҙың барыһы ла коронавирусҡа тикшерелә.
Донъяла коронавирус йоҡторғандар һаны - 1 682 216. Һәләк булғандар - 102 362. Рәсәйҙә 13 584 кеше ауырый (бер тәүлектә 1667-гә артҡан). 1045 кеше һауыҡҡан, 106 сирле вафат булған.