Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Апрель 2020, 21:05

Республика етәксеһе - Салауатта

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Салауат ҡалаһында. Планда – ҡала Советы ултырышында ҡатнашыу, етештереү сәнәғәте предприятиеларының, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының эшмәкәрлеге, йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү барышы менән танышыу.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Салауат ҡалаһында. Планда – ҡала Советы ултырышында ҡатнашыу, етештереү сәнәғәте предприятиеларының, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының эшмәкәрлеге, йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү барышы менән танышыу.
Ҡала округы Советы ултырышында Радий Хәбиров депутаттарға яңы муниципалитет башлығы кандидатураһын ҡарарға ҡушты. Ул был вазифаға республика сәнәғәт һәм энергетика министрының беренсе урынбаҫары Игорь Мироновты тәҡдим итте. Радий Фәрит улы кандидаттың төбәктең алдынғы предприятиелары менән эшмәкәрлек итеү өлкәһендә ҙур тәжрибәгә эйә булыуын, эре сәнәғәт үҙәге һаналған Салауат ҡалаһы өсөн бының мөһимлеген билдәләне.
Совет депутаттары Игорь Мироновтың кандидатураһын хуплап, уны ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы булараҡ раҫланы.
Республика Башлығы уҙған йылдың февраленән Салауат ҡалаһына етәкселек иткән Динар Хәлиловҡа рәхмәт белдерҙе һәм уның эш тәжрибәһе Башҡортостандың дәүләт идараһы хеҙмәтендә киләсәктә лә кәрәк буласаҡ тип билдәләне.
Артабан Радий Фәрит улы ҡаланың Бочкарев урамында “Башҡорт ихаталары” программаһына ярашлы төҙөкләндерелгән күп фатирлы дүрт йорттоң ихатаһын ҡараны. Бында ике балалар майҙансығы барлыҡҡа килгән, уларҙың биләмәһе заманса япма менән көпләнгән, шулай уҡ спорт ҡорамалдары, уңайлы эскәмйәләр ҡуйылған.
Радий Хәбиров үҙаллы изоляция шарттарында йәшәгән урындағы халыҡ менән дә аралашты.
"Аңлайым, дүрт стена эсендә бикләнеп ултырыу ауыр, әммә тағы ла аҙ ғына түҙергә кәрәк. Был беҙҙең барыбыҙ өсөн дә мөһим", – тине ул.
Республика Башлығы Салауат ҡалаһы дауаханаһы ҡарамағындағы балалар поликлиникаһының эшмәкәрлеге менән дә танышты. Былтыр бинаның өҫкө ике ҡаты һәм ҡыйығы ремонтланған, “Асыҡ теркәү” системаһы ғәмәлгә ингән, инеү урыны физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға уңайлы итеп үҙгәртелгән, шулай уҡ яңы диагностика һәм дауалау ҡорамалдары алынған.
Мөдир Татьяна Шептулина поликлиника эшмәкәрлеге менән яҡындан таныштырҙы. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы бер сменала 480 кешене ҡабул итә ала, ул 31 педиатрия участкаһын, йәғни 900-ҙән ашыу баланы хеҙмәтләндерә.
Радий Хәбиров өҫтәмә рәүештә ремонт эштәре башҡарыу, аныҡлап әйткәндә, бинаның тышҡы йөҙөн яңыртыу зарурлығын билдәләне. Ул медицина хеҙмәткәрҙәренә әлеге ҡатмарлы осорҙағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе.
"Башҡортостан" гәзите сайтынан. Фото: glavarb.ru
Читайте нас: