Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Апрель 2020, 17:20

"Ике аҙнаға карантинға ябылдыҡ"

Нефтекамала коронавирус таралыу ихтималлығы тураһында имеш-мимеш ифрат күп булғас, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, барыһына ла асыҡлыҡ индереү маҡсатында, урындағы психоневрологик интернат директоры Рәдиф Рифҡәт улы Гәрәевкә шылтыратҡан.

Нефтекамала коронавирус таралыу ихтималлығы тураһында имеш-мимеш ифрат күп булғас, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, барыһына ла асыҡлыҡ индереү маҡсатында, урындағы психоневрологик интернат директоры Рәдиф Рифҡәт улы Гәрәевкә шылтыратҡан.
Һөйләшеү видеоға яҙҙырылған. Мәғлүм булыуынса, кисә интернатта 17.00 сәғәт тирәһендә бер пациент вафат булған. Уның хроник бронхиттан яфаланғаны мәғлүм, 2016 йылдан табиптарҙа күҙәтелә.
"Пациентта йүткереү, юғары температура ла юҡ ине, әммә анализдары шикле. Беҙ тиҙ генә был осраҡты иғтибарға алдыҡ, тейешле органдарға хәбәр иттек, штаб төҙөнөк һәм изоляцияға ябылырға ҡарар иттек. 13 кеше карантин режимында. Ҡала хәлде аңлап ҡабул итте, билдәле булыу менән барлыҡ тарафтан ярҙам ағыла башланы. Иртән учреждениены эшкәрттеләр. Костюмдарҙың төрлөһөн, битлектәр ебәрҙеләр. Туҡланыу проблемаһы ла хәл ителде: аутсорсинг компанияһы бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыттарҙа, махсус кейемдә тарата. Кемдәр шик аҫтында, улар айырым бүлеккә урынлаштырылды, бинаның бер ҡаты хеҙмәткәрҙәр өсөн әҙерләнде. Бәләкәй һәм урта медперсоналдың бер өлөшө ябыҡ режимда эшләй, обсервациялағылар алмашып тора.
Шулай итеп, кисә сменаға килгәндәр, иртән эш башлағандар, етәкселек – барыһы ла учреждениела бикле ҡала. Периметрҙағы ике муниципаль бина ла карантин режимына ҡушылды. Периметрҙы һигеҙ полиция хеҙмәткәре һаҡлай, улар берәүһе лә яҡын ебәрмәй. “Беҙгә инергә мөмкин, әммә инде сығырға ярамай”, - ти директор.
Махсус костюмдарҙы бер нисә сәғәт сисмәйенсә кейергә кәрәк, уның эсендә бар тән тирләй, хатта эстән махсус подгузниктар кейеү ҙә мөһим. Был йәһәттән медперсонал хәлде аңлап ҡабул итә, бер ниндәй уңайһыҙланыу юҡ, кәрәк тиклем мамыҡ-кизе туҡыманан эске кейемдәр һәм подгузниктарға заказ бирҙек. Мин хатта бер аҙ аптырайым һәм һоҡланам: килеп тыуған хәлде хеҙмәткәрҙәр сабырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ менән ҡабул итте, береһе лә килмәйем тип әйтмәне”, - ти Рәдиф Рифҡәт улы.
Ленара Иванова барыһына ла түҙемлек, сабырлыҡ теләне, ауыр шарттарҙа тулыһынса медперсонал ҡулына ҡарап торған психоневрологик сирле пациенттарҙы ташламаған ҡаһармандарға һаулыҡ һәм ауыр осорҙоң тиҙерәк үтеп китеүен теләне.
"Башҡортостан" гәзите сайтынан. Фото: bestiya.homegate.ru
Читайте нас: