Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Апрель 2020, 17:15

Республика Башлығы Радий Хәбиров Республика клиник дауаханаһында булды

Кисә, 11 апрелдә, республика Башлығы Радий Хәбиров Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында булды. Ундағы хәл-торошо менән шәхсән танышҡан, махсус һаҡланыу комбинезонын кейеп, учреждение бинаһын ҡарап сыҡҡан.

Радий Хәбиров COVID-19 вирусын йоҡторғандарҙың палаталарында булған, пациенттар һәм табиптар менән аралашҡан, тиҙерәк һауығып сығыуҙарын теләгән.
Республика Башлығы медперсоналдың, сирлеләрҙең респираторҙар, костюмдар, комбинезондар, бирсәткәләр һәм башҡа һаҡланыу саралары менән тәьмин ителеүенә инанған. Карантиндағылар өсөн тулы туҡланыу, ял зонаһы ла ойошторолған.
Радий Хәбиров коронавирус менән көрәштең алғы һыҙығында булғандар өсөн өҫтәмә матди ярҙам күрһәтеләсәген дә әйткән.
Мәғлүм булыуынса, Республика клиник дауаханаһы тулыһынса карантинға ябылған, унда меңдән ашыу кеше бикле ҡала. Араларында коронавирус менән сирләүселәр бар.Әлеге ваҡытта дааханала коронавирус йоҡторған 9 пациент дауалана. Тағы л 111 кеше тест һөҙөмтәләрен көтә.
Фото: “Горобзор”.
Читайте нас: