Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Апрель 2020, 01:05

Ауырыусылар һаны арта

Бер тәүлектә ауырыусылар һаны 19 кешегә артты.

Бер тәүлектә ауырыусылар һаны 19 кешегә артты.
Башҡортостанда инфекцияны йоҡторғандар - 84, шуларҙың 62-һе дауаханаға һалынған, ҡалғаны өй шарттарында дауалана. Шик аҫтына алынғандар – 236 кеше, шул иҫәптән 11 бала, улар стационарҙа. Коронавирус буйынса 18404 лаборатория тикшеренеүҙәре үткәрелгән.
Һуңғы бер көн эсендә илдең 52 төбәгендә 2186 коронавирус инфекцияһы осрағы раҫланған. Һауығып сыҡҡан пациенттар һаны 1291-гә тиклем артҡан. Бөгөнгө көндә 82 төбәктә 15770 коронавирус инфекцияһы теркәлде. Һуңғы көндә 246 кеше һауығыу сәбәпле өйҙәренә ҡайтарылған, 130 кеше вафат булыусылар исемлегендә.
Фото: bfm74.ru
Читайте нас: