Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Апрель 2020, 14:55

Башҡортостанда эшһеҙҙәр өс мең һум күләмендә балалары өсөн өҫтәмә түләү алыу мөмкинлегенә эйә

Башҡортостанда 2020 йылдың 1 мартынан эшһеҙ тип танылған граждандарға юғары планка буйынса аҡса бирелә. Республикала эшһеҙлек пособиеһы, Урал коэффициенты менән бергә, 13 мең 949 һум була. Бынан тыш, әгәр эшһеҙҙең ғаиләһендә балиғ булмаған балалар бар икән, улар ҙа һәр береһенә өс мең һум күләмендә өҫтәмә түләү алырға тейеш.

Башҡортостанда 2020 йылдың 1 мартынан эшһеҙ тип танылған граждандарға юғары планка буйынса аҡса бирелә. Республикала эшһеҙлек пособиеһы, Урал коэффициенты менән бергә, 13 мең 949 һум була. Бынан тыш, әгәр эшһеҙҙең ғаиләһендә балиғ булмаған балалар бар икән, улар ҙа һәр береһенә өс мең һум күләмендә өҫтәмә түләү алырға тейеш. Был турала 9 апрелдә республика Хөкүмәте ултырышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерҙе.
Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта 90 меңләгән бала ошо түләүгә дәғүә итә, әммә Владимир Путин әйткән төҙәтмәләрҙе иҫәпкә алып, уны алыусылар даирәһе күпкә артыуы мөмкин.
Ошо көндәрҙә закон проектының һәм ҡарарҙың баҫылып сығыуы көтөлә.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, ярҙам алыу өсөн мәшғүллек хеҙмәтенә иҫәпкә баҫырға кәрәк. Быны мәшғүллек хеҙмәте сайты аша эшләү мөһим.
Ленара Иванова әйтеүенсә, Башҡортостанда 1000 кеше ошо мөмкинлектән файҙаланған да инде.
Сығанаҡ: Башинформ.
Фото: Pulse19.ru
#детибашкириисчастье#башҡортостанбалалары
Читайте нас: