Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Апрель 2020, 19:55

“Төпкөлдән яҙылған хаттар”

Яңыраҡ “Рәсәй-Культура” телеканалынан “Төпкөлдән яҙылған хаттар” (“Письма из провинции”) тигән документаль фильм күрһәтелде.

Яңыраҡ “Рәсәй-Культура” телеканалынан “Төпкөлдән яҙылған хаттар” (“Письма из провинции”) тигән документаль фильм күрһәтелде.
Был тапшырыуҙың ҙур өлөшө Белорет районының өс ауылында төшөрөлгән. Документаль фильмда кешеләрҙең аяныслы яҙмышы һүрәтләнә. Утыҙынсы йылдарҙа халыҡ дошманы мөһөрө тағылып, кулаклыҡта нахаҡҡа ғәйепләнеп репрессия тирмәненә эләккән, тыуған ерҙәренән ҡыуылып килтерелгән меңәрләгән халыҡ Белорет районына ауыр урман эштәренә ебәрелгән. Күптәр, кемдәрҙеңдер ата-әсәләре, ирҙәре-ҡатындары, ғәзиз балалары, һөйгән йәрҙәре кеше ҡулы теймәгән урман шырлығында һуңғы төйәген тапҡан. Ҡарап тороуға һушты алырлыҡ, телдән яҙҙырырлыҡ матур тәбиғәт ул аяуһыҙ йылдарҙа меңәрләгән кешеләрҙе үҙ ҡуйынына йотҡан. Ҡырыҫ тәбиғәткә килеп эләккәндәрҙең бик һирәктәре генә был ауыр шарттарға яраҡлашып тере ҡала алған. Тап бына ошо турала һөйләнелә документаль фильмда.
Сатура МИНҺАЖИТДИНОВА.
Читайте нас: