Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Апрель 2020, 00:50

Ҡытай Рәсәйгә ярҙам ебәрҙе

Ҡытай Рәсәйгә COVID-19 коронавирус инфекцияһы эпидемияһы таралыуға ҡаршы көрәштә, ярҙам күрһәтеү өсөн, белгестәр төркөмөн ебәрҙе, тиелә ҠХР Тышҡы эштәр министрлығы хәбәрендә.

Ҡытай Рәсәйгә COVID-19 коронавирус инфекцияһы эпидемияһы таралыуға ҡаршы көрәштә, ярҙам күрһәтеү өсөн, белгестәр төркөмөн ебәрҙе, тиелә ҠХР Тышҡы эштәр министрлығы хәбәрендә.
Төркөмдө Ҡытай Халыҡ Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса Дәүләт Комитеты һайлап алған. Ҡытай медиктары беҙҙең илгә 11 апрель иртәһендә остолар. Бөгөнгө көндә, Ҡытайҙа коронавирус менән көрәшкә ҡаршы ҙур тәжрибә тупланды. Әлеге тәжрибә беҙҙең табиптарға ла артыҡ булмаҫ.
Бөтә Донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы 11 мартта яңы коронавирус инфекцияһы COVID-19 пандемия ҡабыныуын иғлан итте. Ойошманың һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, донъяла инде 1 773 700 артыҡ зарарланыу осрағы теркәлгән, 108 меңдән артыҡ кеше үлгән. Рәсәйҙә 15 770 ауырыу асыҡланған,1291 кеше һауыҡҡан.
Фото: Вконтакте
Читайте нас: