Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Апрель 2020, 15:55

Гәзиткә өйҙән яҙыл!

Хөрмәтле милләттәштәр! Үҙизоляция мәлендә "Урал" гәзитенә икенсе ярты йыллыҡҡа өйҙән яҙылырға мөмкин. Бының өсөн һеҙгә ни бары гәзиттә бирелгән абонементты ҡырҡып алып адресығыҙҙы яҙырға һәм аҡса менән бергә почтальонға бирергә генә кәрәк.

Һәр ауыл халҡы үҙҙәрен хеҙмәтләндергән почтальонды яҡшы белә. Шуның өсөн почтаға йә почтальондың кеҫә телефонына шылтыратып уларҙы өйгә саҡырта алаһығыҙ. Рәсәй почтаһы менән ошо ысул буйынса подписка үткәреү килешелгән. Кемдер өс айға, кемдер ярты йылға яҙыла ала. Шулай ҙа гәзит коллективы һеҙҙән ярты йылға яҙылыуығыҙҙы һорай. Сөнки өс айға яҙылғандар ни сәбәптәндер подпискаһын дауам итергә онота. Шул арҡала тираж кәмей. Гәзиткә өйҙән яҙылыу бер яҡтан бик уңайлы ла. Бының өсөн һеҙгә почта бүлексәһенә барып йөрөргә кәрәкмәй, ә абонементты дөрөҫ тултырыу ғына кәрәк. Килеп тыуған хәлде дөрөҫ аңлап, баҫманың тиражын кәметмәй генә киләсәккә бергә атлайыҡ!
“Урал” гәзитенә түбәндәге хаҡтар менән яҙылырға була:6 айға - 953 һум 82 тин, 3 айға - 476 һум 91 тин.Һуғыш ветерандарына, I һәм II төркөм инвалидтарына ташламалар ҡаралған. 6 айға - 867 һум 42 тин, 3 айға - 433 һум 71 тин. Гәзиткә яҙылғанда ташламалы хаҡҡа хоҡуғығыҙҙы раҫлаған таныҡлығығыҙҙы күрһәтергә онотмағыҙ.
Читайте нас: