Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Апрель 2020, 00:30

Башҡортостанда коронавирус йоҡторғандар һаны – 149 кеше

15 апрелгә оператив мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда хәҙер коронавирус инфекциялы 149 кеше иҫәпләнә. Тәүлегенә улар 20 кешегә артҡан.

15 апрелгә оператив мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда хәҙер коронавирус инфекциялы 149 кеше иҫәпләнә. Тәүлегенә улар 20 кешегә артҡан.
Республикала 149 сирленең туғыҙы һауығып сыҡҡан, бишәүһе үлгән.
Стопкоронавирус.рф порталында хәбәр ителеүенсә, һуңғы тәүлектә Рәсәй төбәктәрендә бөтәһе 3388 кешелә коронавирус раҫланған, 28 үлем осрағы теркәлгән. Бер тәүлектә илдә 292 кеше тулыһынса һауыҡҡан.
Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә бөгөн коронавирус йоҡторған 24490 сирле иҫәпләнә, уларҙың 1986-һы һауыҡҡан, 198-е вафат булған.
"Башинформ".
Читайте нас: