Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Апрель 2020, 10:15

“Кеше тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелеүе мөһим”

Дәүләттең Төп законы үҙгәрештәргә мохтаж. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәргә ошондай аңлатма бирҙе.

Дәүләттең Төп законы үҙгәрештәргә мохтаж. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәргә ошондай аңлатма бирҙе.
Уның фекеренсә, айырыуса һәр кешенең тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән социаль аспекттар мөһим. “Мин, үҙ илемдең гражданы булараҡ, Конституциянан тик ыңғай үҙгәрештәр көтәм, әлбиттә. Ошо дәүләттә кеше төп звено булырға, һәм бөтә закондар ҙа, иң мөһиме, дәүләттең Төп законы, тап кешенең тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелергә тейеш”, – тине ул.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү, коронавирусҡа бәйле, билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелде.
"Башҡортостан" гәзите сайтынан.
Читайте нас: