Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Апрель 2020, 17:50

Республиканың 40 муниципалитетында яңы коронавирус йоҡторғандар бар

Башҡортостандың 40-тан ашыу муниципалитетында яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар бар. Радий Хәбиров республика хөкүмәтендәге кәңәшмәлә ошо хаҡта белдерҙе.

Башҡортостандың 40-тан ашыу муниципалитетында яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар бар. Радий Хәбиров республика хөкүмәтендәге кәңәшмәлә ошо хаҡта белдерҙе.
«Вирустан хәүефләнеү кимәле юғары булырға тейеш, — тип билдәләне Башҡортостан етәксеһе. — Сир сығанаҡтары Өфөлә генә түгел, 18 раҫланған осраҡ булған райондар бар».
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, һәр етәксе муниципалитеттарҙы карантинға ябыу буйынса юл картаһын төҙөргә тейеш. Башҡортостан башлығы указы буйынса дүшәмбе, 20 апрелгә, кәмендә дүрт социаль учреждение ябыла.
"Башинформ".
Читайте нас: