Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙизоляциялау режимын кәмендә майға тиклем оҙайтты. Был турала ул бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
"Беҙ бөгөн яңы ҡарарҙар ҡабул иттек. Ҡарарҙар популяр түгел, әммә кәрәкле. Муниципалитет башлыҡтары, һеҙ оҙаҡҡа иҫәп тотоғоҙ, халыҡты ла әҙерләгеҙ. Апрель-май айҙарында, һис шикһеҙ, ошондай режимда эшләйәсәкбеҙ. Йәй көндәре лә ултырырға яҙмаһын", - тине республика етәксеһе.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан Башлығының үҙизоляциялау режимы тураһындағы указы 31 марттан ғәмәлгә ингәйне. Уға ярашлы, ҡала һәм ауылдарҙың тормошон тәьмин иткән хеҙмәттәрҙән башҡалар өйҙә ултырырға тейеш. Йорттан тик рөхсәт ителгән осраҡтарҙа ғына сығырға ярай. Улар: ашығыс медицина ярҙамына мохтажлыҡ, магазинға, дарыуханаға барыу, йорт хайуандары менән йөрөү, сүп-сар ташлау һәм эшкә йөрөү.