Дөйөм Рәсәй тауыш биреүен үткәреүгә ваҡытлыса мораторий – ғәмәлдәге хәлдә берҙән-бер дөрөҫ ҡарар. “Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы” ассоциацияһы ошондай белдереү яһаны.
Пандемия арҡаһында донъяның 29 дәүләтендә һайлауҙы һәм референдумдарҙы күсерергә ҡарар ителде. Уларға АҠШ-тағы президент һайлауына праймериз да, Италиялағы, Әрмәнстандағы, Чилиҙағы һәм башҡа күп кенә илдәрҙәге референдумдар ҙа инә.
Коронавирусҡа бәйле Рәсәйҙә граждандарҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау маҡсатында Президент Указы менән Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреүен үткәреү кисектерелде. Илдең Үҙәк һайлау комиссияһы Рәсәйҙең 38 төбәгендә урындағы власть органдарына ваҡытынан алда, өҫтәмә, ҡабаталап һайлауҙы ла күсерергә ҡарар итте.
“Әле коронавирус эпидемияһына ҡаршы көрәш буйынса күпселек илдәрҙә күрелгән саралар кеше ғүмеренең иҡтисади маҡсаттарҙан һәм сәйәси (электораль) ғәмәлдәрҙән өҫтөнлөгөн асыҡ күрһәтә”, – тигән фекерҙә “Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы” ассоциацияһы.
Әйткәндәй, был ассоциация 2019 йылда төҙөлә. Уның ойоштороусылары: Ғәмәли тикшеренеүҙәр һәм программалар үҙәге, Демократия проблемаларын тикшереү фонды, “Юристар кеше хоҡуҡтары һәм лайыҡлы тормош өсөн” йәмәғәт ойошмаһы, “Ғәҙел һайлау өсөн” корпусы. “Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы” граждандарҙың һайлау хоҡуҡтарының үтәлешен, шулай уҡ тауыш биреү көнөндә һайлауҙы күҙәтеү менән шөғөлләнә.
Ассоциация ағзалары, һайлау – халыҡ ихтыярының юғары сағышылы, тип белдерҙе. Ләкин был хоҡуҡты ғүмерҙе һәм һаулыҡты, шәхси именлекте һаҡлауға конституцион гарантияларҙы кәметеү иҫәбенә тәьмин итергә ярамай. Әле иһә һәр һайлау кампанияһы, тауыш биреү – кешеләрҙең ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф менән янай.
“Тауыш биреүҙе, һайлауҙы кисектерергә ҡарар итеү уларҙы бөтөнләй үткәрмәүҙе аңлатмай. Демократия – ул процедура. Демократия – халыҡ өсөн, ә кешеләр һайлау процедуралары өсөн түгел. РФ Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса дөйөм Рәсәй тауыш бреүен үткәреүгә ваҡытлыса мораторий – берҙән-бер дөрөҫ ҡарар”, – тип белдерҙе “Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы” ассоциацияһы.
Мәғлүм булыуынса, РФ Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреүе 22 апрелдә булырға тейеш ине. Донъяла коронавирус пандемияһына бәйле, ул билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелде.
"Башҡортостан" гәзите сайтынан. Фото: solreg.ru