Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Апрель 2020, 20:00

Еңеү парады кисектерелде

Ил Президенты Владимир Путин Ҡыҙыл майҙанда Еңеү парадын күсереү тураһында иғлан итте.

Ил Президенты Владимир Путин Ҡыҙыл майҙанда Еңеү парадын күсереү тураһында иғлан итте.
Был турала ул Рәсәй Именлек советы кәңәшмәһендә белдерҙе. Әйткәндәй, быға тиклем илдең ветерандар ойошмалары Владимир Путинға мөрәжәғәт итеп, коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе ҙур булыуы сәбәпле парадты һуңғараҡ ваҡытҡа күсеререүҙе һорағайны.
"Байрамға тиклем бер айҙан аҙыраҡ ваҡыт ҡалды. 9 Май беҙҙең өсөн изге көн. Шул уҡ ваҡытта кеше ғүмеренең дә хаҡы юҡ. Хәүеф бик ҙур. Был миңә парадҡа әҙерлек башларға рөхсәт итергә хоҡуҡ бирмәй”, – тине Владимир Путин Именлек Советы ағзалары менән ойошторолған ултырышта.
Владимир Владимирович белдереүенсә, быға тиклем байрамға әҙерлек федераль кимәлдә лә, төбәктәрҙә лә башланғайны. Тик әле Рәсәйҙә коронавирустың юғары нөктәһе үтмәгән, хәүеф бик юғары. “Шуға күрә оборона министрлығына, көс ведомстволары етәкселәренә, һәр кимәлдәге власть органдарына графикты үҙгәртергә, Ҡыҙыл майҙандағы һәм төбәктәрҙәге парадтарға әҙерлекте күсерергә ҡушам”, – тине Владимир Путин.
Фото: yandex.ru
Читайте нас: