Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Апрель 2020, 15:45

Эшкә - яңы белешмәләр буйынса

Республика Хѳкүмәт йортонда коронавирусҡа ҡаршы кѳрәш сиктәрендә үткән оператив штаб ултырышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: “Дүшәмбенән ѳйҙә ултырмаған кешеләрҙе күпләп туҡтата һәм тикшерә башлаясаҡтар. Был - граждандарҙың килеп тыуған хәлгә еңел ҡарашына ҡарата күреләсәк сара”, - тине.

Шулай уҡ 20 апрелдән эш биреүселәр тарафынан бығаса таратылған рөхсәт белешмәләренең ғәмәлдән сығасағы тураһында хәбәр ителде. Йәмәғәт хәүефһеҙлеге буйынса Совет секретары Алексей Касьянов белешмәләрҙең яңы ѳлгѳһѳ нисек буласағы тураһында белдерҙе.
Белешмәлә:
- хеҙмәткәрҙең эш урынында булыуы һәм ҡурсаланыу режимында ниндәй вазифа бурысын үтәүен күрһәткән бойороҡтоң һаны һәм кѳнѳ;
- эш кѳнѳнөң башы һәм аҙағы;
- йәшәгән һәм эш урыны адрестары;
- әгәр ул эшкә автомобилдә йѳрѳһә, хеҙмәткәр автомобиленең дәүләт номеры күрһәтелә;
- эш буйынса ҡала буйлап йѳрѳргә тейеш булһа, айырым билдә ҡуйыла.
“Ѳйҙән эшкә һәм кире ҡайтыу ѳсѳн 90 минут самаһы бирелә. Бының менән эш ваҡытында контролһеҙ йѳрѳүгә юл ҡуймаясаҡбыҙ”, - тине Алексей Касьянов.
“Дорога02” порталында эшкә йѳрѳү рѳхсәт ителгән предприятиелар тураһында мәғлүмәт урынлаштырыласаҡ, полиция хеҙмәткәрҙәре иһә уға таянып, мәғлүмәттең дѳрѳҫлѳгѳн еңел тикшерә аласаҡ.
Бынан тыш, 20 апрелдән аҙнаһына ике тапҡыр ғына автомобилдә шәхси мәнфәғәт буйынса йѳрѳү рѳхсәт ителә.
Фото: utv.ru
Читайте нас: