Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Апрель 2020, 19:55

Мохтаждарға – компьютер техникаһы

“Берҙәм Рәсәй” партияһы, уҡыусыларҙы яҡлауға йүнәлтелгән “Өйҙә уҡырға ярҙам ит” программаһына ярашлы, компьютер техникаһы йыйыу тураһында иғлан итте.

“Берҙәм Рәсәй” партияһы, уҡыусыларҙы яҡлауға йүнәлтелгән “Өйҙә уҡырға ярҙам ит” программаһына ярашлы, компьютер техникаһы йыйыу тураһында иғлан итте. Был сара мохтаж ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға дистанцияла уҡыуҙы ойоштороуҙа ярҙам күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Унда бағыусылар һәм ябай халыҡ ҡатнаша ала.
“Беҙҙең бурыс – әлеге ҡатмарлы осорҙа тиҙ арала уҡыусыларҙы дистанцияла уҡыу өсөн ҡорамалдар менән тәьмин итеү. Акцияға барлыҡ партия ағзаларын, эре IT-компанияларҙы, предприятиеларҙы һәм битараф булмаған бөтә кешеләрҙе йәлеп итергә иҫәп тотабыҙ”, - тип билдәләне партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, дистанцияла уҡыу башланған мәлдә 12 меңдән ашыу уҡыусы онлайн алымда дәрестәр ала алмай ине. Көндән-көн һандар үҙгәрә. Бөгөн был күрһәткес ете мең тирәһе тәшкил итә: кемдеңдер интернет селтәренә сығырға мөмкинлеге, ә бәғзеләрҙең бөтөнләй компьютеры, планшеты йәки телефоны юҡ.
“Был осраҡта интернет бәйләнеше булып та, техника һатып ала алмағандарға өҫтөнлөк биреү маҡсатҡа ярашлы буласаҡ. Шулай уҡ wi-fi роутерҙар йыйыу хаҡында ла уйларға кәрәк”, - тине Башҡортостан дәүләт идараһының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Рөстәм Хәмәтвәлиев.
Бындай төр ярҙамға мохтаждар үҙҙәренең йәшәү урыны буйынса мәғариф идаралығына мөрәжәғәт итергә тейеш, исемлекте улар төҙөй.
Компьютер, ноутбук, планшеттар төҙөк, эш өсөн яраҡлы, тейешле талаптарға яуап бирергә тейеш. Техник йәһәттән ҡуйылған талаптар менән тулыһынса партияның төбәк бүлексәһе сайтында танышырға мөмкин: https://bashkortostan.er.ru/news/2020/4/16/v-bashkortostane-edinaya-rossiya-obyavila-sbor-kompyutero...
Ҡулланыуҙа булған төҙөк техниканы һәм яңы гаджеттарҙы Өфөлә ике адрес буйынса ҡабул итәләр: Достоевский урамы, 73, (телефон: 276-12-90) һәм Коммунистик урам, 39 (телефон: 298-04-62). Шулай уҡ партияның Башҡортостандағы барлыҡ ҡала һәм райондарҙағы бүлексәләрендә булдырылған “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәр үҙәктәрендә лә ҡабул итеү пункттары эшләй.
"Башҡортостан" гәзите сайтынан. Фото: hi-tech.mail.ru
Читайте нас: