Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы илдең Хеҙмәт министрлығы менән берлектә граждандарға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә түләү өсөн субсидияларҙы автоматик рәүештә оҙайтырға мөминлек биргән ҡарар әҙерләгән. Документты 2 апрелдә Рәсәй Хөкүмәте раҫлаған. Был саралар Башҡортостанда ла ғәмәлгә ашырыла.
Әлеге ваҡытта түләү алған граждандарға социаль яҡлау органдарына барып, субсидия алыуға хоҡуҡтарын раҫлаған документтар күрһәтеү талап ителмәй. Аҡса алыу мөмкинлеге автоматик рәүештә оҙайтыла.
Бынан тыш, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә һәм торлаҡҡа түләү өсөн субсидиялар биреү ҡағиҙәләре лә үҙгәрә. Атап әйткәндә, түләү алыу өсөн кәрәкле документтар кәмей.
Алдан хәбәр ителгәнсә, үҙ-үҙеңде изоляциялау режимына бәйле льготаһы булмаған граждандарға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә түләүҙе кисектергән өсөн идарасы һәм ресурстар менән тәьмин итеүсе компаниялар пеня өҫтәп яҙмай. Ләкин түләү һәм уны иҫәпләү бөтөрөлмәй.
Фото: Rubcovsk.bezformata.com