Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Апрель 2020, 16:55

Республикала яңы коронавирус йоҡторғандар һаны 213-кә еткән

Башҡортостанда бер тәүлектә яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 213-кә еткән.

Башҡортостанда бер тәүлектә яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 213-кә еткән.
Тәүлек эсендә 22 пациент өҫтәлгән. Коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса федераль оперштабта ошо хаҡта белдерҙеләр. 17 апрелгә рәсми мәғлүмәттәр буйынса, республикала 8 кеше вафат булған, 14-е һауыҡҡан.
Һуңғы тәүлектә Рәсәйҙә 4 070 кеше яңы коронавирус йоҡторған. Шулай итеп, сирлеләрҙең дөйөм һаны – 32 008 кеше. 2509 пациент һауыҡҡан (+ 286), 273-ө (+41) вафат булған.
"Башинформ".
Читайте нас: