Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Апрель 2020, 18:35

“Вайымһыҙ ата-әсәләр административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ”

Республикала ата-әсәнең балалары менән урамда йөрөү тәртибе ҡәтғиләшәсәк. Был турала Башҡортостан йәмәғәт хәүефһеҙлегенең ведомство-ара советы секретары Алексей Касьянов бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

“Күп ата-әсәләр балаларға указға ярашлы көндөҙгө 1-ҙән киске сәғәт 6-ға тиклем урамда булырға рөхсәт бирелеүен контролһеҙ йөрөү мөмкинлеге тип ҡабул итте, – тине ул. – Был дөрөҫ түгел. Барығыҙға ла мөрәжәғәт итәм. Был ваҡытта айырым йәштәге балалар ошо осраҡтарҙа ғына урамға сыға ала: ата-әсә менән магазинға, дарыуханаға барып килеү, йәшәгән урындан 150 метр арауыҡта этте йөрөтөү. Башҡа ваҡыттарҙа балаларҙың йәмәғәт урындарында булыуы ата-әсәнең уларҙы тәрбиәләүҙә хоҡуҡ боҙоуы булараҡ баһаланасаҡ”.
“Вайымһыҙ ата-әсә административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ”, – тип өҫтәне Алексей Касьянов. Ошоға бәйле бөгөн Башҡортостан Башлығы ҡарары эшләнәсәк.
"Башҡортостан" гәзите сайтынан.Фото:amp.hyser.com.ua
Читайте нас: