Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Апрель 2020, 09:10

“Аңлаған, хуплаған өсөн һеҙгә рәхмәт”

Кисә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон менән осрашты.

Кисә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон менән осрашты.
Радий Хәбиров уға кешеһеҙ, ябыҡ тәртиптә ғибәҙәт ҡылырға ҡарар иткән өсөн рәхмәт әйтте. Ҙур православие байрамы – Пасха алдынан был айырыуса мөһим. Республика етәксеһе билдәләүенсә, диндарҙар өсөн күмәкләп ғибәҙәт ҡылыуҙарҙы туҡтатып торорға саҡырыуҙы Башҡортостандағы бөтә конфессия вәкилдәре лә хупланы.
– Күп кенә руханиҙар булышлыҡ күрһәтә, – тине Радий Хәбиров. – Бындай ваҡытта беҙгә һәр төрлө ярҙам бик мөһим. Үҙебеҙҙең яҡтан ғибәҙәт ҡылыу сараларын тапшырыуҙы ойоштороу йәһәтенән мөмкин булғандың барыһын да эшләрбеҙ. Беҙ ҡабул иткән ябай булмаған ҡарарҙы аңлаған, хуплаған өсөн һеҙгә рәхмәт.
Әйткәндәй, 18 апрелдән 19-ына ҡарай төндә Башҡортостан юлдаш телеканалында, YouTube каналында һәм социаль селтәрҙәрҙә Өфөләге Рождество Богородицы кафедраль соборынан Пасхаға бәйле ғибәҙәт ҡылыу тапшырыла.
"Башҡортостан" гәзите сайтынан.
Читайте нас: