Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Апрель 2020, 01:55

Асҡар Абдразаҡов табиптарға ярҙам йөҙөнән флешмоб ойошторорға тәҡдим итте

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе, Башҡортостан Башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса кәңәшсеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов сәнғәт эшмәкәрҙәрен республика табиптарына ярҙам йөҙөнән флешмоб ойошторорға саҡырҙы.

Был турала коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән үткәрелгән онлайн брифингта белдерҙе.
Асҡар Абдразаҡов яңы ижади акция ойошторолоуын иғлан итте. Унда ҡәҙимге кешеләр ҙә, артистар ҙа ҡатнаша ала. Бының өсөн ҡыҙыҡлы номер төшөрөргә, уны социаль селтәрҙә #ВместепротивCovid02 хэштегы менән баҫтырырға һәм [email protected] адресы буйынса электрон адресҡа ебәрергә кәрәк.
“Төп талап – башҡарыу ысын күңелдән булһын”, — тине Асҡар Абдразаҡов.
Фото: belcanto.ru
Читайте нас: