Бөгөн иртәнге 4 сәғәттә “Уральские авиалинии” компанияһы Рәсәй туристарын тыуған яҡтарына алып ҡайтты. Бортта 179 пассажирҙың 111-е Ҡазанда төшөп ҡала, ҡалғандары Өфөгә йүнәлә.
Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, пассажирҙарҙың 58-е өлкәндәр, 10-ы - балалар. Килеп төшөү менән пассажирҙарға анкета тултырыла, "Роспотребнадзор"ҙың мотлаҡ карантин тураһындағы ҡарары тапшырыла. Бөтә пассажирҙар ҙа коронавирусҡа тест үтә. Бөтәһенең дә температураһы нормала, барыһы ла обсерваторға оҙатыла.
- Төбәктәрҙең барыһы ла граждандарын сит илдәрҙән сығарыуҙы ойоштора алманы. Шуға күрә беҙҙе алып ҡайтыуға ҙур көс һалған ике республика башлыҡтарына – Радий Хәбировҡа һәм Рөстәм Миңлехановҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, - тине Андрей Вяткин бөтә пассажирҙар исеменән.