4000 кв.м майҙанда палеолит дәүерендә төшөрөлгән ҡая һүрәттәренең күсермәләре, “Урал-батыр” эпосы, мәмерйәнең боронғо йәмғиәт тарихына бағышланған ҙур экспозиция буласаҡ. Шулай уҡ бинала ғәлим-спелеологтар өсөн лаборатория һәм конференц-зал булған заманса фәнни үҙәк тә буласаҡ. Был Көньяҡ Уралда бындай профилдәге беренсе фәнни база. Музейҙың бинаһын ноябрҙә тапшырасаҡбыҙ, бөтә экспозицияларҙы монтажлағандан һуң 2021 йылдың йәйенән туристарҙы яңы дәрәжәлә ҡабул итә башлаясаҡбыҙ. Ике ҡунакхана һәм ресторан төҙөргә инвесторҙар саҡырабыҙ. Вирустар килә лә китә, ә беҙгә йәшәргә кәрәк. Доньяла бындай урын берәү генә, ул туристар йәлеп итеп торасаҡ”, - тип яҙҙы республика етәксеһе Радий Хәбиров үҙенең аккаунтында.