Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Апрель 2020, 16:50

Быйыл мәктәп ишектәрен асасаҡ

Быйыл көҙөн Өфө районының Михайловка ауылында балалар баҡсаһы менән берләштерелгән яңы мәктәп үҙ ишектәрен асасаҡ. Социаль объект ғинуарҙа төҙөлә башланғайны. Апрелдә төҙөлөш-монтаж эштәренең билдәләнгән графиктан өс айға алдараҡ барыуы асыҡланды.

Донъялағы ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә, Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указдарына ярашлы ғәмәлгә индерелгән ваҡытлыса сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, социаль объекттар төҙөлөшө туҡтамай. Әле төҙөлөштә бригадалар, махсус техника әүҙем эшләй.
Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 13708,65 квадрат метр майҙанлыҡ социаль объект “Демография” милли проектына ярашлы һалына. Унда 640 уҡыусы һәм мәктәпкәсә йәштәге 160 бала йөрөйәсәк, тип күҙаллана.
Фото: Башинформ.
Читайте нас: