Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Апрель 2020, 18:10

Әҙерлек дауам итә

18 апрелдә республикалағы сығарылыш класс уҡыусылары өсөн Төп һәм Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнеү буйынса онлайн-консультациялар үтте. Уларҙа 10 211 уҡыусы ҡатнашты.

18 апрелдә республикалағы сығарылыш класс уҡыусылары өсөн Төп һәм Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнеү буйынса онлайн-консультациялар үтте. Уларҙа 10 211 уҡыусы ҡатнашты.
Тарих буйынса Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерлек консультацияһын Башҡорт дәүләт университетының Тарих институтындағы халыҡ-ара хоҡуҡ һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр кафедраһы доценты, тарих фәндәре кандидаты Оксана Новикова, физиканан – ошо уҡ юғары йортоноң Физик-техник институты директорының ғилми эш буйынса урынбаҫары, теоретик физика кафедраһы доценты, физика-математика фәндәре кандидаты Фәрит Закирйәнов үткәрҙе.
Математика буйынса төп дәүләт имтиханына әҙерләнеү сараһын юғары категориялы уҡытыусы Ольга Фомина, рус теленән – педагог-тикшеренеүсе Лилиә Ғәлимова һәм юғары категориялы уҡытыусы Наталия Борихина уҙғарҙы.
Онлайн-консультацияла белгестәр имтихан буйынса һорауҙарҙы тикшерҙе, башҡарылған эште баһалау, балл ҡуйыу үҙенсәлектәрен аңлатты һәм уҡыусыларҙан чатҡа килгән һорауҙарға яуап бирҙе.
Фото: tanrb.rbsmi.ru
Читайте нас: